Ҡәҙерҙәрен беләйек

Аллаға шөкөр, беҙ – бәхетле ейән-ейәнсәрҙәр. Олатай-өләсәйҙән наҙ, һөйөү тойоп үҫәбеҙ һәм йәшәйбеҙ. Шатлыҡ-ҡыуаныс­тарҙы, ауырлыҡтарҙы ихлас уртаҡлашыусы, юлға сыҡҡаныбыҙҙа изге фатихаһын биреүсе улар. Олатайым Солтан Зәйнулла улы Мөхәмәтйәнов 1939 йылдың 27 февралендә Билал ауылында тыуған. Уның һөйләгәндәренән күҙ алдыма бына ошолар килә: етешһеҙ донъя, ауыр бала саҡ. VI синыфты ғына бөтөргән малай артабан уҡыуын дауам итә алмай, ауылда мал көтөүсе булып китә.

Бәләкәйҙән хеҙмәттә ны­ғынған олатайым бер эштән дә ҡурҡып тормаған. Ырҙын табағында – ҡарауылсы, фермала – башмаҡ көтөүсе, клубта – директор, ә һуңыраҡ, хаҡлы ялға сыҡҡансы, киномеханик булып эшләй. Ишле ғаиләне ҡарар өсөн йәйгеһен көндөҙ көтөү көт­һә, кистәрен кино ҡуя. Мейес сығарыу оҫтаһы ла үҙе, әле лә был шөғөлөн ташла­ғаны юҡ.
Ә өләсәйем Сәрүәр Исхаҡ ҡыҙы 1941 йылдың 3 мартында Түбә ауылында донъя­ға килә. Бишенсене шунда тамамлай, аҙаҡ 3-сө заводҡа (йәйләүгә) күсәләр, 2-се заводтағы мәктәпкә йөрөп уҡый. Пилорамала эш башлай. Ҡатын-ҡыҙҙар менән таҡта ярҙыралар, ташыйҙар. Бик ауыр була йәш ҡыҙға, шунлыҡтан ул Билал ауылына эш эҙләп килә. Унда һөт эшкәртеү заводына урынлаша. Артабан инде клубта, мәктәптә иҙән йыуа.
1966 йылда олатайым менән сәстәрен-сәскә бәйләп, 8 балаға ғүмер биргәндәр. Улар – икеһе лә бик тын­ғыһыҙ кешеләр. Әле булһа, гөрләтеп донъя көтәләр. Ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсалары гөл-сәскәгә күмелгән. Өләсәйемде алтын ҡуллы тип йөрөтәләр. Ул ырғаҡ менән төрлө әйберҙәр бәйләй, матур биҙәк-һырҙар һалып бәйләгән ойоҡбаш, бейәләйҙәре, шәлдәре, сигелгән таҫтамал-ҡулъяулыҡтарына һоҡланып ҡарайһың.
Былтыр был татыу ғаилә алтын туйын үткәрҙе. 5 улы, 3 ҡыҙы, 20 ейән-ейәнсәре, 6 бүлә-бүләсәһенең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй улар. Беҙҙе хәстәрләп, ауыр саҡтарҙа терәк-таяныс бул­ғанығыҙ, бәләкәс кенә уңыштарыбыҙҙы ла оло ҡыуаныс итеп йәшәгәнегеҙ өсөн мең-мең рәхмәтлебеҙ, ҡәҙерле олатай, өләсәй!
Өләсәйҙәр, олатайҙар
Оҙон-оҙаҡ йәшәһен.
Йылы һүҙҙәр йәлләмәйек,
Беләйек ҡәҙерҙәрен.

Айсулпан МӨХӘМӘТЙӘНОВА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code