Ҙурайҙылар инде дүртенселәр

Теүәл дүрт йыл элек I синыфҡа уҡырға килгән уҡыусылар башланғыс мәктәп менән хушлашты. Әсмә Әхтәм ҡыҙы Шәрипова етәкләгән дүртенсе синыфты бөтәһе 25 уҡыу­сы тамамланы, шуларҙың алтыһы – гел «бишле», ун икеһе «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡыған икән.

Бик татыу һәм әүҙем синыф булдылар. Мәктәптәге бер сара ла уларҙан башҡа үтмәне. Йырға, бейеүгә маһирҙар үҙҙәре, спорт менән дә ихлас шөғөлләнделәр. Хоккей, футбол, шашка – дүртенселәрҙең иң яратҡан уйындары. Синыфтан бер төркөм уҡыусылар ауыл мәсетенә йөрөп, ғәрәп телен үҙләштерҙе, доғалар өйрәнде. Районда балалар өсөн үткәрелгән «Иман нуры» конкурсында, мәктәп һәм район кимәлендә ойошторолған бәйгеләрҙә лә ҙур теләк менән ҡатнаштылар.
Әйткәндәй, быйылғы уҡыу йылында район олимпиадаһында Ильяс Ситдиҡов математиканан – I, Илназ Теләүсин урыҫ теленән III урын яуланы, Азамат Ҡарағолов призёр булды. Фирүзә Миндеғолова «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында бик уңышлы сығыш яһаны. Районда уҙғарылған «Балалар тауышы» бәйгеһендә Элина Ғәзина беренсе урын алып, барыһын да хайран итте. Асия Салауатова «Тере классика» тигән конкурста көсөн һынап ҡараны. Азамат Ҡара­ғолов – шиғыр һөйләү оҫтаһы, үҙе лә шиғыр­ҙар яҙа. Диниә Иманғолова, Ҡәҙриә Салауатова, Фирүзә Миндеғоловалар – ҡумыҙҙа, ә Алмаз Ҡыямов ҡурайҙа шәп уйнай. Искәндәр Ҡарағолов һәр концертта оҫта алып барыусы һәм йырсы булараҡ танылды.
«Һау бул, башланғыс мәктәп!» тип исемләнгән кисәгә дүртенселәр синыф етәкселәре Әсмә Әхтәм ҡыҙы менән бик ихлас әҙерләнде. Һәр береһе үҙ һөнәрен күрһәтте. Ҡыҙҙар һәм малайҙар оҫта итеп бейене, ихлас йырланы. Уларҙың мәктәп менән хушлашыу вальсы ата-әсәләрҙе һәм ҡунаҡтарҙы бигерәк тә һоҡландырҙы. Балалыҡ символы булған шарҙар матур теләктәр теләп, һауаға осоролдо.
Аҙаҡ атай-әсәйҙәре һәм уҡытыу­сылары менән бергә тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡтылар. Унда һәр кем рәхәтләнеп уйнаны, күңел асты. Айырыуса «Йәшерәм яулыҡ», «Бүкән» һәм көйәнтә менән һыу ташыу уйындары оҡшаны.
Кескәйҙәрҙең күңелендә был мәлдәр оҙаҡ һаҡланыр әле.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code