Ғаиләм

Атай менән әсәйем,
Апай менән өләсәй,
Ағай менән олатай,
Ғаиләбеҙҙә бар бесәй.

Атай малдарҙы ҡарай,
Апай сәстәрен тарай.
Бесәй сысҡан баҫтыра,
Эт ояһын ҡайғырта.

Атай бөгөн шатлана,
Ә апайым маҡтана.
Иртә шулай башлана,
Әсәй беҙгә һоҡлана.

Көн дә беҙҙең ғаиләлә
Бөтәһе лә эш эшләй.
Олатай беҙгә өйҙә
Һуғыш тарихын һөйләй.

Инсаф ИСҠУЖИН, IX синыф уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы, Илкәнәй мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code