Ғаиләбеҙ – байлығыбыҙ

Биш кешебеҙ ғаиләлә: атайым, әсәйем, ике һеңлем һәм мин. Атайым Ирек шахтала эшләй. Өйҙә ул йорт тирәһен, кәртә-ҡураны тәртиптә тота. Әсәйемдең исеме – Гөлсәсәк. Ул бәләкәй һеңлемде ҡарай һәм өй эштәре менән булыша. Ә мин – Илмир. V синыфта уҡыйым. Малай булғас, күберәк атайым тирәһендә булышам. Һеңлем Элина икенселә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Ул өйҙә әсәйемә ярҙам итә: һауыт-һаба һәм иҙән йыуа, саң һөртә. Иң бәләкәй һеңлем Виленаға яңыраҡ ҡына 1 йәш тулды. Атларға тырышып тора, әле имгәкләп йөрөй.

Беҙ ғаиләбеҙ менән тәбиғәттә ял итергә, тыуған көндәрҙе үткәрергә яратабыҙ. Ял көндәрендә күрше ауылға өләсәй, ҡартәсәйҙәребеҙгә ҡунаҡҡа барабыҙ. Үҙемдең шундай татыу ғаиләм булыуына ҡыуанам. Киләсәктә атай-әсәйемә терәк булырға, уларға һәр саҡ ярҙам итеп торорға теләйем.

Илмир ТОРСОНБАЕВ.
Хәйбулла районы, Өфө ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code