Ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡлана

«Ете тажлы сәскә» бала­лар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ойош­тор­ған Покров байрамы ошондай һына­мыштар менән башланып китте.
Тамашасылар күп йыйылды. Ҡунаҡтар, ата-әсәләр кил­де. Зал гөл-сәскәләр менән матур итеп биҙәлгәйне. Һәр кемдең йөҙөнән байрам кәйефе һиҙелде. Кескәйҙәр ниндәй генә милләт кешеһе булып кейенмәгән! Башҡорт, урыҫ, украин, сыуаш халыҡтарын сағылдырған кейемдәрҙәге балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте ғорурлыҡ хистәре уятты.

Атай-әсәйҙәр менән берлектә ойошторолған матур байрамда уйын-конкурстар музыкаль сығыштар менән үрелеп барҙы. Сыуаш йыры «Ямғыр» байрамға йәм өҫтәне. Украин халҡының уйыны барыһын дәртләндер­ҙе, ә ҡыҙҙар башҡарыуындағы башҡорт халыҡ бейеүҙәре күңелдәрҙе күтәрҙе.
Был көндө милли йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтеү буйынса күп эш баш­ҡарылды. Байрам матур концертҡа әйләнде, көслө алҡыштарға күмелде.

И. САФИУЛЛИНА.
Өфө районы, Булгаков ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code